Мишкә районы муниципаль районы Оло Шаҙы ауылы биләмәһе  Советының 4-се саҡырылышы башҡорт телендә үтте

Башҡортостан Республикаһы Мишкә районы муниципаль районы Оло Шаҙы ауылы биләмәһе  Советы 4-се саҡырылышы тәүге тапҡыр башҡорт телендә үткәрелде. Ултырышты ауыл биләмәһе башлығы Рәсил Казбек улы Аллаяров алып барҙы. Шулай уҡ ултырыштың эшендә Мишкә районыны Советы сәркәтибе Татьяна Александровна Коледина ҡатнашты. Ултырышҡа мәктәп, ауыл клубы,  ФАП етәкселәре, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре саҡырылды. 2019 йылдың 5 декабрендә үткән сарала өс һорау ҡаралды:
  1. 1. Башҡортостан Республикаһы Мишкә районы муниципаль районы биләмәһендә йәшәүсе халыҡтарҙың мәҙәниәтен, йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеү, һаҡлау, үҫтереү саралары. Был һорау буйынса Мишкә районы муниципаль районы муниципаль ҡаҙна мәҙәниәт бүлеге учреждениеһы начальнигы М.М. Нурисламов сығыш яһаны.
  2. Федераль дәүләт белем биреү шарттарында Оло Шаҙы ауылы А.Карнай исемендәге урта мәктәбендә башҡорт телен уҡытыу. Ошо мәктәптең юғары категориялы уҡытыусыһы Әнисә Фоат ҡыҙы Закирова яҡтыртты был һорауҙы.
  3. Оло Шаҙы ауылы биләмәһе Советы депутаты Закиров Рәфис  Мәсғүт улының 8-се һайлау округы эшмәкәрлеге буйынса отчеты.
Мөнир Нурисламов менән Әнисә Закированың сығыштары йөкмәткеһе буйынса бер проблемалар тирәһендә булды.  Мөнир Миҙхәт улы Мишкә районы биләмәһендә йәшәүсе халыҡтарҙың мәҙәниәтен, йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеү, һаҡлау, үҫтереү саралары, йүнәлештәре менән таныштырҙы. Был юҫыҡта ҙур эште ауыл клубтарында эшләп килеүсе ижади коллективтар башҡара. Мәҫәлән, Оло Шаҙы ауыл клубы һәм район мәҙәниәт Һарайы хеҙмәткәрҙәренән торған “Аҡ ҡалпаҡ” коллективы 2019 йылдың 29 июнендә   республика “Торатау йыйында” сығыш яһанылар. Ағымдағы йылдың октябрендә  Илеш районының Үрге Йәркәй ауылында  «Ауаз» башҡорт этник мәҙәниәте һәм заманса сәнғәт фестивалендә Мишкә районы данын Оло Шаҙы ауылы мәҙәниәт йортоноң “Аҡ шишмә” фольклор ансамбле яҡланы. Жюри ағзалары хөкөмөнә улар “Ырыуымдың һүнмәҫ рухы” исемле килен оҙатыу йолаһын сығарҙы. Коллектив үҙенең сығышында ошо төбәккә хас булған ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, милли кейемдәрҙе уңышлы күрһәтә алды. Коллектив лайыҡлы рәүештә “Фольклор” номицияһында III дәрәжә дипломына лайыҡ булды. Ағалы-ҡустылы Рим һәм Дим Ғәлимовтар  “Декоратив-ҡулланма сәнғәт” номинацияһында I урын яуланы. Мөнир Миҙхәт улы проблемаларҙы ла күтәреп сыҡты. Шуларҙың  береһе – коллективтың костюмдары иҫкереүе. Әнисә Фоат ҡыҙы Оло Шаҙы ауылы мәктәбендә туған башҡорт теле дәрестәрен уҡытыу торошо тураһында тулы анализ яһаны. Мәктәп уҡыусыларының уңыштары, мәктәптең техник мөмкинселектәре тураһында һөйләне. Башҡорт телен уҡытыуҙа яңы формалар һәм методтар тураһында һүҙ барҙы. Уҡытыусыны  борсоғаны – ғаиләлә балаларҙың туған телдәрендә аралашмауҙары. Ул кес кенә балаларҙың компьютерҙа ултырыуҙарын, ә унда башҡорт телендә йәнһүрәт, уйындарҙың юҡ кимәлендә булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Депутат Закиров Рәфис Мәсғүт улы депутатлыҡ корпусы алдында үҙенең һайлау округы буйынса отчет яһаны. Үҙенең сығышында ул иғтибарҙы округтағы төҙөклөндеү эшенә, һайлаусылар менән осрашыуҙарға йүн  әлтте. Депутатты ауыл юлдары торошо борсой. Был проблеманы хәл итеү өсөн район хакимиәтенә хат менән сығырға хәл ителде. Оло Шаҙы ауылы биләмәһе  Советы депутаттары һәр һорауҙы ентекле өйрәнде. Һәр һорау буйынса ҡарарҙар ҡабул ителде. Депуттар һәм докладсылар ауыл биләмәһе башлығы Рәсил Аллаяровҡа башҡорт телен эш мөхитендә ҡулланыуға мөмкинселек биреүенә рәхмәт әйтеп таралаштылар.

Оставить комментарий

1